Ҡатын хәле

Ҡатын хәле (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 08.05.1993. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (74-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Ҡатын хәле


Үҙем тураһында күптән
Уйлаған юҡ, бармы, юҡмы?
Ҡасан йоҡлай, ҡасан яҙа,
Уйлаған юҡ, асмы, туҡмы?
Балам ғына ас булмаһын,
Сөскөрмәһен, бышҡырмаһын,
Ирем генә, эштән ҡайтҡас,
“Ашарға!”- тип аҡырмаһын.
Килгән-киткән рәнйемәһен,
Йәлләмәһен, әрләмәһен,
Өҫ баштары яҡындарҙың
Саманан тыш керләнмәһен…
Эй, ҡатындар, онотмағыҙ
Ошо ауыр, татлы мәлде.
Бала һөйөп, ир баҡҡанда
Аңланым мин һеҙҙең хәлде.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.