Ҡаҙҙар ниңә ала булған? (әкиәт)

Ҡаҙҙар ниңә ала булған? (әкиәт)


Бынан бик күп заман элек, олатайҙарыбыҙҙың олатайҙары малай саҡта, өләсәйҙәребеҙҙең өләсәйҙәре ҡыҙ ваҡытта ҡаҙҙар гел аҡ булған, ә ала ҡаҙ исем өсөн генә булһа ла осрамаған, ти.

Ала ҡаҙҙар Ҡотһоҙ Ҡотой тигән бер кешенең яуызлығы арҡаһында ғына килеп сыҡҡандар икән.

Ҡотһоҙ Ҡотой, сабый балаларҙы урлап, ете урман, ете диңгеҙ артындағы дейеүҙәргә илтеп һата торған булған. Берҙән-бер көндө бына шул Ҡотһоҙ Ҡотой Хәлимә исемле бер бите ай, бер бите көн кеүек һылыу ҡыҙ баланы урлап, тимер ситлеккә бикләгән дә, үҙе башҡа балаларҙы урларға тип китеп барған, ти. Китер алдынан ул ситлек эргәһенә сихырлы аҡ таштар һала торған булған. Был таштар ситлекте, хужаһы килгәнсе, һаҡлап торалар икән.

Аҡ таштар тын ғына ятыр, ә инде ситлеккә ябылған бала унан берәй нисек сыға ҡалһа, шунда уҡ уға ташланып, аяҡтарына йәбешер булғандар. Меҫкен бала ҡуҙғала ла, ҡысҡыра ла алмай, ҡатып ҡала торған булған.

Ә Ҡотһоҙ Ҡотой бер китһә, аҙналар, ҡайһы саҡта айҙар буйы йөрөй икән.

Хәлимә бахыр ана шул ситлек эсендә ултыра икән, уның бында икәнлеген бер кем дә белмәгән, ти. Ул, шундай тотҡон булып ултыра торғас, ябығып, юнышҡы һымаҡ булып ҡалған, алһыу йөҙө һарыға һабышҡан. Ә ситлек сығып ҡасырлыҡ түгел: сит-ситтәре бик ныҡ, түшәм кеүек нәмәһе бик бейек булған, тик ишеге аҫтында ҡаҙ бәпкәһе һыйырлыҡ ҡына бер тишек бар икән.

«Ниңә мин ҡаҙ бәпкәһе булманым икән – ошо тишектән сығыр ҙа китер инем?» – тип илай икән Хәлимә бахыр. Зарығып ултыра торғас, Хәлимә кибеп бәләкәйләнә башлаған. Шулай бәләкәйләнгәндән-бәләкәйләнә барған да йомортҡанан яңы ғына моронлап сыҡҡан һап-һары ҡаҙ бәпкәһе кеүек булып ҡалған, ти. Аяҡтары урынында – ҡаҙ бәпкәһенең тәпәйҙәре, ҡулдары урынында – бәпкә ҡанаттары, ти, бының. Хәлимә, шатлығынан, әле ҡауырһыны ла ҡатып етмәгән бәләкәс кенә ҡанатҡынаһын ҡаҡҡылап, ишек аҫтындағы тишектән тышҡа килеп тә сыҡҡан, ти.

Теге сихырлы таштар, ҡаҙ бәпкәһен күрһәләр ҙә, бының Хәлимә икәнен белмәгәндәр.

– Был ҡаҙ бәпкәһе ҡайҙан килеп сыҡты һуң әле? – тип хайран ҡалғандар улар, ни эшләр икән был тип, уны күҙәтеп торғандар.

Ҡаҙ бәпкәһе яй ғына киткән дә киткән. Шул ерҙә теге аҡ таштар, ҡаҙ бәпкәләренә әүерелеп, Хәлимә артынан төшөп алғандар ҙа баҫтырып киткәндәр, ти.

Хәлимә бер йылға буйына барып сыҡҡан. Яр башында бик күп ҡаҙ үҙҙәренең бәпкәләре менән емләп йөрөй икән. Хәлимә шулар араһына барып һыйынған. Ләкин ысын ҡаҙ бәпкәләре был ят бәпкәне суҡырға тотонғандар. Хәлимә улар менән талашып тормаған, ситләшкән дә уларҙан ары китеп барған. Шунан ул йылғаға төшөп алған да йөҙөп киткән. Ә бәпкәгә әүерелгән теге сихырлы таштар, Хәлимәне күҙҙән юғалтып, ситлек янына кире ҡайтҡандар ҙа ҡайтанан аҡ ташҡа әйләнгәндәр, ти.

Ләкин Хәлимә үҙенең әүәлге хәленә ҡайта алмаған, ғүмергә ҡаҙ булып ҡалған, ти. Уның баяғы ысын ҡаҙ бәпкәләре суҡыған ерҙәре ала-ҡола булып ҡалған. Ә үҙе оло ҡаҙ булып, оя баҫҡас, бәпкәләре лә уның ала булып яралған икән. Бына шунан башлап донъяла ала ҡаҙҙар үрсеп киткән, имеш, ти.