Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер сауҙагәр. Уның өс ҡыҙы булған, ти. Алыҫ сәфәр алдынан ҡыҙҙарын саҡырған да ул: — Бүләккә нимә теләр инегеҙ?—тип һораған.
— Ынйы муйынсаҡ,— тигән өлкән ҡыҙы.
— Иң затлы ебәктән күлдәклек,— тигән уртансыһы.
Сауҙагәрҙең кинйә ҡыҙы:
— Юлда ризыҡланыр көлсәләрегеҙгә бешергәндә йәбешкән көлдө ошо тоҡсайға йыя барығыҙ, атай,— тигән.— Аҙаҡ миңә бүләк итерһегеҙ.
Сауҙагәр алыҫ илдәрҙә бик оҙаҡ йөрөп ҡайтҡан. Өлкән ҡыҙҙарына бүләк өләшкән. Кинйәһенә:
—- Ҡыҙым, әйткәнеңде эшләнем дә ул, көл бүләк итеү оят бит әле,— тигән.
Ҡыҙыҡай атаһы биргән тоҡсайҙы эргәһендә уралған этенә еҫкәргә ҡушҡан. Ә тегеһе еҫкәмәй, боролоп киткән дә барған, ти.
— Күрҙегеҙме инде, атай,— тигән ҡыҙ,— әгәр ҙә һеҙ көлсәләргә йәбешкән көлдө лә ашап йөрөһәгеҙ, ҡаты ауырыуға юлыҡҡан булыр инегеҙ. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙан да ҡиммәтлерәк бүләк юҡ миңә.
Сауҙагәр ошо ваҡиғанан һуң кинйә ҡыҙын тағы ла нығыраҡ ярата башлаған, ти.