Ҡитғалар (эскелек). Шәйехзада Бабич

Ҡитғалар (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1914.


Ҡитғалар (эскелек)[1]


Нәфсе — шайтан, бик яуыз ул, һәр әҙәмде аҙҙыра,
Аҙҙыра торғас, наҙандарҙы юлынан яҙҙыра.

Әммә унан да яуыз бер нәмә бар, ул — эскелек,
Ул халыҡты йорт-еренән һәм диненән яҙҙыра.


1914

Иҫкәрмәләр

  1. Ҡитға — өҙөк