Ҡитға. Шәйехзада Бабич

Ҡитға (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.


Ҡитға


Эй, хоҙайым, мал, милек - барыһы һинең милкеңдәлер,
Бар хәйер эш, яҡшылыҡ ҡөҙрәт тигән илкеңдәлер.
Бай булыу, хурлыҡ күреү, абруй китеү, шөһрәт табыу -
Барсаһы һинән, илаһи, һәммә эш иркеңдәлер.