Серҙәремде яҙам ҡомға,
Йәшер(ә)лыр ҡомдар ғына,
Күңелде шар асып ҡуям
Бары төндәр ҡосағына.
Бар серҙәрем һарҡты ярға.
Ҡыҙыл эңер. Һағыш – кисем.
Ҡомға яҙған серҙәремде
Тулҡын йыуып алып китте.
Һин һорама ни яҙғанды,
Ни илатҡан, йыуатҡанды,
Улар һыуға ағып төштө
Күңелдә тик йөйө ҡалды.
Йөйө ҡалды, уңалманы,
Кәмемәй ҙә икән һаны.
Яраларым шундай әрней…
Һыу өҫтөндә - эңер ҡаны.