Ҡомһоҙ Һәүкәш(әкиәт). Тамара Ғәниева

Ҡомһоҙ Һәүкәш ( әкиәт)
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Ҡомһоҙ Һәүкәш


 Уралиәнең төньяғында урынлашҡан ауылдарҙың береһендә йәшәүсе көтөүсе Ғабдрахмандың аяғындағы
кәлүше туҙа. Туҙмай ни, ҡояштың тәүге нурҙары офоҡто нурландыра башлар-башламаҫ элек сыбыртҡыңды һөйрәп яланға сығып кит тә көн төн ҡосағына ауышыр ваҡытҡа тикле аяҡ өҫтө йөрөп ҡара әле, ярай, аяғы ныҡ Ғабдрахмандың.
Көтөү кәртәгә кергәс, ҡалаға барып, өр-яңынан кәлүш һатып ала көтөүсе. Эй, ҡыуана ул, эй, шатлана. Яңы кәлүште ҡултығы аҫтына тығып, ҡайтыр юлға сыға. «Юл оҙон,— тип уйлай Ғабдрахман көтөүсе,— яңы кәлүште кейһәм — иҫкерер, йәйәү йөрөүгә быныһы ла ярар».
Йәйәү юл ни, оҙон була шул. Ҡаланан сыҡҡан көндә үҙ ауылына ҡайтып етә алмаҫын аңлағас, көтөүсе юлда осраған ауылдарҙың береһендә ҡунып сығырға булып, ситтәге өйҙөң ишеген шаҡый:
— Мөхтәрәм хужалар,— ти ул,— төнгә ҡалған юлаусыны ҡундырып сығармаҫһығыҙмы икән?
— Ҡундырыр инек тә,— тип яуап бирә хужа,— бала-сағабыҙ күп бит әле, урын юҡ. Һин булмаһа... аҙ-барҙа ҡун.
Көтөүсе быға бик риза була. Аҙбарға инә лә хуш еҫле бесән өҫтөнә сума. Эргәлә генә, йылы бөркөп, Һәүкәш тә мышнап торғас, кинәнеп йоҡлап китә.
Уралиә илен һағынған ҡояш офоҡтоң осона тәүге нурҙарын төбәгән иртәнге сәғәттәрҙә, гел иртүк тороп өйрәнгән көтөүсе күҙҙәрен аса. Юлсының юлда булыуы хәйерле, ти ҙә Ғабдрахман көтөүсе юлын дауам итергә була. Уянғас та, яңы кәлүше иҫенә төшөп, һоҡланып ҡарап тора ул. «Хәҙер үҙебеҙҙең ауылға ла күп ҡалма-ны,— тип уйлай көтөүсе,— кейеп тороп алайым, аяҡтағыһы бигерәк насар», һәм ул шулай эшләй ҙә.
Ҡояш күтәрелә төшкәс, хужалар ҙа уяна.
— Бар,— ти хуж ҡатынына,— юлаусыны саҡырып индер, ашап-эсеп китһен.
Хужабикә аҙбар ишеген асып ебәрһә, төнгө ҡунаҡ күренмәй. «Эй, юлаусы!»— тип тауыш биреп тә ҡарай, ти. Ипләберәк күҙ һалһа, тегенең кәлүштәре генә ята. Ә Һәүкәш, иҫе лә китмәй, көйшәнеп тора.
— Ай-ай-ай, ой-ой-ой!— тип ҡысҡырып ебәрә ҡатын.— Һәүкәш юлаусыны ашаған да ҡуйған ул... Вәт, ҡомһоҙ!
Ә көтөүсе Ғабдрахман, берсә аяҙыған күккә, берсә ҡояш сағылып торған кәлүшенә күҙ һала-һала, үҙ ауылына табан атлауын белә, ти.

 


1993 йыл