Ҡондоҙ ҡойроғо(хикәйә). Тамара Ғәниева

Ҡондоҙ ҡойроғо ( хикәйә )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Ҡондоҙ ҡойроғо


 
 Ҡарға балаһын — «аппағым», терпе балаһын «йомшағым» тип ярата, тиҙәр халыҡта. Йәнлеккә лә, кешегә лә, бала берҙәй ғәзиз. Көнгөрәләр сабыйҙарын һунарсынан яҡлап йә былай аҙашып-нитеп ҡуймаһын тип, үҙенсәлекле тоҡсайында йәшереп йөрөтә. Шул килеш алыҫ-алыҫ араларҙы йүгереп үтә. Ә пингвиндар һуң? Уларҙың да ата-әсәһенең иң йылы урынында, ҡорһаҡтарында ғына, сәңгелдәге бар. Эй, бала тигәнең, унан да ҡәҙерле хазина ерҙә юҡ, күрәһең.
Ҡоро ерҙе лә, һыуҙы ла берҙәй яратыусы ҡондоҙҙар ҙа ана шулай. Күҙәткәнегеҙ бармы? Булмаһа, мотлаҡ күҙәтегеҙ. Ҡоро ерҙә хәрәкәт иткәндә, ҡондоҙҙар сабыйҙарын ҡойроғона ултырта ла һөйрәп йөрөтә. Ғәжәп ир-мәк. Тегеләре санаға ултырып баралармы ни!
Ғөмүмән ҡондоҙҙоң ҡойроғо — иң һиҙгер урыны. Һауа температураһын төрлөсә ҡабул итеү һәләте лә ҡойроҡҡа бәйле. Был ҡиммәтле тун кейеп йөрөүсе йәнлектәрҙең ҡойроғонда ҡышҡы селләлә ҡан тамырҙары ҡыҫыла төшә, һәм ҡондоҙҙоң тән температураһы күтәрелә, ә йәйге селләлә, киреһенсә, ҡан әйләнеше көсәйә һәм тәнгә һалҡынса ағым тарала.
Тағы әллә нисә төрлө үҙенсәлеге бар ҡондоҙ ҡойроғоноң. Кәйефе һәйбәт саҡта ул һыу өҫтөнә ятып, ҡойроғон һәүетемсә генә болғай. Ә инде, йә бала-сағаһы тыңламай, шаярып, эҙләүһеҙ-һорауһыҙ, башы һуҡҡан яҡҡа китеп, әсәһенең асыуын килтерһә, йә табыш насар булһа, ҡондоҙ йән асыуға ҡойроғо менән һыу өҫтөн туҡмай башлай.
Ҡондоҙҙарҙың тиреһе ҡиммәтле һанала, сөнки һыу йәнлектәре бит улар. Һыуға башын сумдырып йөҙөргә яратыусы ҡондоҙҙар, ҡойроҡ ярҙамында башын һыуҙан саҡ ҡына сығара ла тирә-йүнде күҙәтә. Ә ситтән күҙәтеүселәр уның үҙен күрмәй ҡала.
Ҡондоҙҙар ҡойроҡто юҡҡа тағып йөрөтмәй ул.


1993 йыл