Ҡон. Тамара Искәндәриә

Ҡон (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ҡон


Ир-егеттәр, тимәк, һүҙһеҙ китә,
Ҡалған йәрҙәр өсөн уфтанмай.
Ҡалған йәрҙең әрнеү һүҙҙәре лә
Йөрәгенә инде ут һалмай.

Ташланған йәр күпме һыҡтамаһын,
Таш йөрәккә булыр барыбер.
Ир-егеттәр китә... Яңылыша –
Ҡон ҡайтара ҡатын зары бер!

Ҡапыл услап йөрәккәйен тотһа,
Йә ҡан һауһа ирҙең башына –
Ташланған йәр рәнйеүҙәре шулай
Таш ямғырҙай ташып шашына...