Ҡоралайҙар(хикәйә). Тамара Ғәниева

Ҡоралайҙар ( хикәйә )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Ҡоралайҙар


 Ҡырлас ҡаяларҙы, тау-ташлы урмандарҙы төйәк иткән ҡоралайҙарҙы кем белмәй? Был ғорур, һомғол йәнлектәр элек-электән кешеләрҙе һоҡландыра. Балерина кеүек һаҡ-һаҡ баҫып тау ҡырластарынан, йылғаларҙың текә ярынан ҡыйыу йөрөүсе ҡоралайҙар — тәбиғәттең иҫ киткес биҙәге ул.
Ләкин күрер күҙгә ана шулай ғәжәп буй-һынлы был ҡырағай гүзәлдәрҙең серле һәм ҡырыҫ ҡылыҡтары ла бар. Бер ҡараһаң, шул тиклем ярҙамға мохтаж кеүек кенә үҙҙәре. Ә бит автомобиль тиҙлегендә йүгереү, матур тояҡтар менән талпынып, күҙ асып йомған арала бейек ҡыуаҡтар аша һикереп сығыу һәм һауала тиҫтәләгән метр осоп барыу өсөн ни тиклем көс-ҡеүәт кәрәк!
Ҡоралайҙарҙың етеҙ булмай сараһы юҡ. Был уларҙы үҙҙәрен аулаған йыртҡыс тырнағынан ҡотҡара. Әммә уларҙың тиҙлектән башҡа бүтән һаҡланыу саралары ла бар. Уларын инде ҡалҡан менән ҡылыс тиһәң дә була. Ниндәй ҡылыс, ниндәй ҡалҡан, тиһегеҙме? Бар уларҙың бындай ҡоралдары. Ҡалҡан булып ҡалын тиреһе хеҙмәт итһә, мөгөҙө ҡылыс уларҙың. Урмандағы йыртҡыстарҙың күбеһе өсөн ҡоралайҙарҙың ҡурҡынысы юҡ юҡлыҡҡа. Улайһа, бындай хәрби әҙерлектең ни хәжәте бар һуң? Бар икән шул. Эш шунда: һылыу булһалар ҙа, мөхәббәттә бик үк яғымлы түгел ҡоралайҙар.
Ҡоралай-егеттәр үҙҙәренә әхирәткә иң һылыу ҡоралай-ҡыҙҙы һайлай ҙа мөхәббәтен яулар өсөн... бәйгегә сыға. Был саҡта көрәш һабантуй алыштарынан кәм булмай. Ул хатта аяуһыҙ, уҫал төҫ ала. Егеттәр тояҡтары менән бер-береһен типкесләй, бигерәк тә мөгөҙ тирәһенә тондорорға тырыша. Ләкин йәй көнө тап ошо урындағы тире ғәжәп ныҡлы була. Шуға күрә бындай алыш фажиғә менән һирәк тамамлана. Көрәштә еңеүсегә бүләккә — һылыу кәләш.
Ә ҡышын ҡоралай-егетте егет иткән тире-ҡалҡан йоҡара, уның ҡарауы, мөгөҙ нығына.
Матурлыҡтың да үҙ тәғәйенләнеше бар, күрәһең.

 


1993 йыл