Ҡояшты кем элек күрә?(әкиәт). Марсель Сәлимов

Ҡояшты кем элек күрә? (әкиәт)
автор Марсель Сәлимов
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡояшты кем элек күрә?


 Бер мәл хайуандар араһында бәхәс башланған. «Таңда ҡояшты кем иң элек күрә?» — тип һүҙ көрәштергән, ти, улар.
—- Мин!-— тигән эт, бөтәһенән дә көслөрәк өрөп.
— Юҡ, мин!— тип мырҡылдаған сусҡа, унан уҙҙырып.
— М-м-мин!—тип мөңрәгән һыйыр, килешергә теләмәйенсә.
Шул саҡ ат һүҙгә ҡушылған:
— Юҡҡа бәхәсләшәһегеҙ, дуҫтар,— тигән ул.— Мин һеҙҙең бөтәгеҙҙән дә бейегерәк.
Ҡояшты һеҙҙән алда күрәм. Иртәгә быны үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ.
Әлеге бәхәсте бер сысҡан тыңлап торған. Ат йоҡларға ятҡас, уның арҡаһына менеп ултырған был.
Ә ат, иртүк тороп, ҡояш сыҡҡан яҡҡа текләгән. Шул саҡ уның арҡаһындағы сысҡан сыйылдап ебәргән!
— Ҡо-яш! Мин ҡояшты күрәм!
Сысҡан эттән дә, сусҡанан да, һыйырҙан да, хатта аттан да элегерәк күргән ҡояшты. Эш буйҙа түгел икән шул. Эш нимәлә? Йә, әйтегеҙ әле, ҡәҙерле дуҫтар!


1996 йыл