Ҡулдар(шиғыр).М.Дилмөхәмәтов

Ҡулдар(шиғыр).М.Дилмөхәмәтов (Шиғыр )
автор М.Дилмөхәмәтов
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡулдар


 Һәр кемдә лә -ҡулдар икәү,
 Бишәр бармаҡтар.
 Аңғармаҫтан яуыз эшкә
 Улар бармаҫтар.
 Изге эштәр башҡарһалар
 Уң һәм һул ҡулың,
 Бәхет һуҡмағына илтер
 Тормошта юлың.


1996 йыл