Ҡунаҡ(әкиәт). Башҡорт халыҡ ижады

Ҡунаҡ (әкиәт)
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҡунаҡ


 Ҡасандыр баҫыу сысҡаны менән өй сысҡаны дуҫ булған, ти.
Бер көн баҫыу сысҡаны дуҫын сәхрәгә ҡунаҡҡа саҡырған да бойҙай, тары, арыш, һоло аштары менән һыйлаған. Рәхәтләнеп ял иткәс, инде өй сысҡаны дуҫын ҡунаҡҡа өндәшкән.
Хужа ҡунағын бер байҙың иген келәтенә алып барған. Ҡапыл ишек асылып киткән дә, кеше келәткә килеп ингән. Дуҫтар саҡ-саҡ ҡасып ҡотолған. Икенсе тапҡыр былар ит келәтендә һыйланған. Бында ла шул уҡ ҡыҙғаныс хәл ҡабатланған.
— Эй ҡорҙаш, мин ҡалтыранып йәшәргә өйрәнмәгәнмен. Ас тамағым, тыныс ҡолағым! — тип баҫыу сысҡаны үҙенә ҡайтып киткән.

 


1988 йыл