Ҡурайсы(хикәйә). Тамара Ғәниева

Ҡурайсы ( хикәйә )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Ҡурайсы


 Элекке заманда илдән илгә, ауылдан ауылға йөрөп эшкә ялланыусылар күп булған. Шулай өҫ-башын бөтәйтеп алыу ниәте менән эш эҙләп Уралиә иленә килеп сыҡҡан берәү бесән сабыуға ялланған. Бесән сабыу ирмәк кенә ул, тип уйлаған был кеше. Көн матур, йылы, кирелеп һелтәй генә бир. Хужа күрһәткән болонға күҙ һирпеп алған да эшкә тотонған ул. Тик, бына ғәжәп, янып, үткерләп алған салғыһын һелтәп ебәреүе була, сырылдаҡ ҡына тауыштар ишетелә башлай: — Әләү-әләү, әләү-әләү...
Әллә ҡолаҡҡа салына инде, тип уйлай бесән сабыусы. Моғайын шулайҙыр, тип яңынан эшкә тотона. Әммә әлеге илашҡан тауыш йәнә ишетелә:
— Әләү-әләү, әләү-әләү...
Бесән сабыусының бөтөнләй кәйефе ҡырыла һәм ул иғтибарлап, ергә эйелеберәк күҙ һала. Бәй, бына бер ғәләмәт: салғы йөҙөнән йығылған сәскәләр ергә салҡан ятып илаша икән!
Ләкин сара юҡ, хужаға вәғәҙә биреп, ҡул бирешкәс, бесән сабыусы эшен ташлай алмаған. Кисен эштән арып ҡайтҡан эшсегә хужабикә икмәк телеп биргән, алдына бер көршәк һөт ҡуйған. Ашап-эсеп йоҡлап алғас, бесән сабыусы юлын дауам иткән. Тик был ни хәл: үҙе атлап бара, үҙенең эсендә бер туҡтауһыҙ «әләү-әләү» тип сәскәләр илаша, ти. «Былай булмай,— тип уйлаған ул,— бынан кире бесән сабыу эшенә ялланмайым».
Икенсе ауылға килеп, бер хужанан эш һораһа, быныһы ла бесән сабыу эшен тәҡдим иткән, ти.
— Юҡ,— тип яуап бирә был,— бесән сапмаҫҡа ант иткәнмен. Бүтән эшең юҡмы?
— Улайһа, өйлөк бүрәнә ауҙар,— тигән, ти, хужа.
Көнлөксө тәҡдимгә риза булған. Балтаһын сарлап алған да урманға йүнәлгән. Урмандағы ағастарҙың ҡайһы береһе баш эйеп, ҡайһыһы ҡул болғап ҡаршы алған, ти, урман ҡырҡыусыны. «Бына, исмаһам, был эш»,— тип уйлаған ул һәм, усына төкөрөп алып, эшкә тотонған. Ҡолас етмәҫлек ағасты уңлы-һуллы сабып ауҙарып ебәреүе була, ағас «У-ух!» тип уфтанып тик ята, ти. Шул уфтаныуҙы көнө буйы тыңлаған урман ҡырҡыусы кис йоҡлағанда әлеге тауыштар менән төнө буйы һаташҡан һәм балтаға тотонмаҫҡа ант иткән.
Өсөнсө ауылда ер һөрөү эшен һайлаған. Һабанды яйлап-көйләп яҡшы атҡа еккән. Хужа күрһәткән сиҙәмгә килеп, ат атлаған ыңғайға төрәнде йән көскә ергә ҡаҙауы булған, «ғыр-р» тип ыңғырашҡан тауыштар ишетелгән. Их, тигән дә ер һөрөүсе, атын туғарып, хужанан ғәфү үтенеп, үҙ юлы менән киткән.
«Ниндәй ил был Уралиә,— тип уйлай, ти, үҙе,— бесән сапһаң, үләндәр илай, урман йыҡһаң, ағастар уфтана, ер һөрһәң, ер ыңғыраша. Бүтән илгә китеп кәсеп итергә кәрәк». Шулай уйлана-уйлана болон аша үтеп барһа, «мине ҡырҡып ал» тигән тауыш ҡолағына салынған бының. Әйләнеп ҡараһа, бер кем дә күренмәй. «Был илдә мөғжизә бөтмәҫ»,— тип уйлап ары китергә генә ҡуҙғалһа, «мине ҡырҡып ал да эсемә йылы өр» тигән тауыш йәнә ҡабатланған. Текләберәк ҡараһа, таҡыя кейгән ҡотһоҙ ғына бер үлән өндәшә икән. Юлаусы уны ҡырҡып алып ирененә терәгән дә, үлән үҙе һорағанса, эсенә йылы өргән. Эй, тотонған был үлән сәскә тауыштары, урман уфтаныуҙары, ер ыңғырашыуҙары һәм башҡа бик күп төрлө тауыштар сығарып моңланырға. Ә юлсы, үҙ ҡолағына үҙе ышанмай, бының ҡыуышына үҙ күкрәгендә һаҡланған йылыны өрөүен белә, ти, ә тегеһе уның һайын моңлораҡ йырлай.
Шунан бирле был кеше ҡурайсы һөнәрен һайлаған. Кем белә, ил-ерҙең аһ-зарын үҙ ҡолағы менән ишетмәгән, үҙ ҡулдары менән тоймаған булһа, әлеге үлән уға үҙ серҙәрен асмаған да булыр ине, бәлки.
 


1993 йыл