Ҡыйыуһыҙ егет йыры

Ҡыйыуһыҙ егет йыры (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (41-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ҠЫЙЫУҺЫҘ ЕГЕТ ЙЫРЫ


(Шаярыу ҡатыш)

Етмәҫ, ахыры, ҡыйыулығым
Хистәремде яҙырға…
Мөмкиндер ул һылыуҡайҙың
Күҙҙәренә бағырға?

Етмәҫ кеүек батырлығым
Ҡулдарынан ҡыҫырға.
Мөмкин микән нескә генә
Билкәйенән ҡосорға?


Барам әле һылыуыма
“Һөйәм!”һүҙен әйтергә,
Ниңә ул һүҙ тел осонда
Тора һаман әйтелмәй?

Етмәҫ инде бер ҡасан да
Уны әйтергә көсөм –
Ҡыйыулыҡ та кәрәк икән
Ҡыҙҙарҙы һөйөр өсөн.



Иҫкәрмәләр

  • Йыр. Композиторы Р.Өмөмтбаев. Раил Өмөтбаев йырлай.
  • Авторҙың башҡа әҫәрҙәре Author:Лилиә_Һаҡмар



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.