Ҡыш(шиғыр). Дауыт Юлтый

Ҡыш (Шиғыр )
автор Дауыт Юлтый
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡыш


 Аҡ ҡар баҫҡан яланды,
 Ҡураларҙы, соланды.
 Ябалаҡлап ҡар яуа,
 Бөгөн буранлы һауа.
 Иртә һалҡын яланда,
 Ҡар бураны һеперә.


1996 йыл