Ҡыш олатай. Фирүзә Абдуллина.


Ҡыш олатай. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 24.02.1998. Нәшер ителгән: 09.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Ҡыш олатай


Тау-урмандың тын йоҡоһон һаҡлап,
Ҡабат ябып йылы юрғанын,
Ҡыш олатай йөрөй ерҙе байҡап,
Ағыштарын тыңлап йылғаның.

Ер йоҡлаһын мамыҡ түшәктәрҙә,
Яңы көстәр туплап уянһын,
Күкрәп үҫһен ерҙә туҡ башаҡтар,
Бураларҙа иген мул булһын.

Күңелдәрҙә булһын шатлыҡ йыры,
Өҫтәл тулы булһын икмәк-май…
Килер көҙҙөң байлыҡтарын һаҡлап,
Ҡыш олатай йөрөй йоҡламай.


24.02.1998