Тарау сәстәр туҙып бөттө, Матур көндәр уҙып китте; Матур көндәр, матур һүҙҙәр Йөрәккә йәм һыҙып китте. Матур йөҙҙә матур күҙҙәр Матур уйҙар теҙеп үтте; Бары китте, бары бөттө, Хәҙер инде ҡыҙыҡ китте.