Ҡыҙҙарымды таңдан уятмайым…Фирүзә Абдуллина.


Ҡыҙҙарымды таңдан уятмайым… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 08.07.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Ҡыҙҙарымды таңдан уятмайым –
Өйҙә саҡта йоҡлап ҡалһындар,
Иң тәмлеһе була таңғы йоҡо,
Һәр бер таңдан ләззәт алһындар!

Ата-әсәй ҡосағында йәшлек
Үтеп китер матур төш кеүек,
Ҡатын-ҡыҙҙың өлөшөнә төшкән
Былай ҙа бит бөтмәҫ эш кеүек.

Төндәр буйы сабый тәрбиәләп,
Ҡара таңдан тағы йүгерһә,
Иҫләр әле ҡыҙым ҡыҙ саҡтарын,
Йоҡолары туймай илерһә.

Алдан йәлләп шуға ҡыҙ баламды
Борсомайым таңғы йоҡоһон…
…Ҡала күрһен бер үк йоҡолары,
Балалары әйҙә борсоһон!

Әсәй кеше шулай әҙер инде
Бала өсөн күпкә күнергә…
Эй, Хоҙайым, бирсе ҡыҙҙарыма
Бала шатлыҡтарын күрергә!
Йоҡо туйҙыр(а) алмай йөрөргә…