Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ... Фирүзә Абдуллина.


Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2011.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ,
Осор ҡанаттарын киҫмәгеҙ,
Бөрөләнгән бәхет гөлдәренә
Һалҡын елдәр булып иҫмәгеҙ.

Былай ҙа бит яҙмыш, аяу белмәй,
Көтөп тора тормош юлында,
Уңыш, бәхет, шатлыҡ, мөхәббәтме,
Мәкерлекме уның ҡулында?

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ,
Юҡ-бар сәбәп менән ҡаҡмағыҙ…
…Үҫеп буй еткергән ҡыҙҙарымды
Яҙмыш бер үк үҙе һаҡлаһын