Ҡыңғыраулы ситлек. Гүзәл Ситдиҡова


Ҡыңғыраулы ситлек


Репрессия ҡорбандары Бирғәле һәм
Ситдиҡ олатайҙарымдың яҡты иҫтәлегенә
бағышлайым.
Ҡамаланған беҙҙең олатайҙар
Дүрт тарафтан һәм дә ерҙән-күктән,
Сик һыҙаты илде сикләп түгел
Һәр әҙәмде өңгә бикләп үткән.
Сик һалыулы - ондай тупраҡ иләп,
Күренерлек хатта ҡош эҙҙәре,
Ситләп-ситләп хатта сығып булмай,
Ситлектән бит юлдар - шау өҙәрем.
Эҙ яҙҙыра белер заттан түгел -
Һаҡ бауына теймәй үтеп ҡара,
Саҡ ҡағылһаң, яуыз ҡыңғырауҙар
Ауаз һала - тыйып тотоп ҡара!
Ситлегеңдән, бәлки, сығырһың да,
Аяр микән иректәге ауҙар.
...Тотҡонда ла хатта тынғылыҡ юҡ,
Аҙым баҫҡан һайын - ҡыңғырауҙар.
Тын еленән хатта шалтыр-шолтор:
Ил дошманы, имеш, олатайҙар -
Хәләл көсө менән донъя көткән,
Бөтмөрлөккә генә булған байҙар.
Йәһәннәмде ерҙә үткәнһегеҙ,
Ерҙә тамуҡ тыуҙырыусы - кеше.
… Заманалар башҡа кеүек тә, тик
Бикле хәҙер йәнә барса ишек.
Бикләнәбеҙ.
Үҙебеҙ…


2012