Һүрәт төшөрәм, Ҡәләмдәрем күп: Ал, ҡыҙыл, йәшел, Һары, зәңгәр, күк. Сәскә яһарға Яратҡанғамы, Үтә тиҙ бөтә Йәшел һәм алым, Ҡып-ҡыҫҡа ҡалған Ҡыҙыл ҡәләмем. Тик ҡараһына Бер ҙә теймәнем. Оп-оҙон булып Ята бер үҙе. Апайға бирәм - Буяһын күҙен.