Ҡәҙерлемдең тыуған көнөнә. Фирүзә Абдуллина.


Ҡәҙерлемдең тыуған көнөнә. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 17.05.2008.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Яҡты яҙҙың нурлы көндәрендә
Йәм өҫтәргә ергә тыуғанһың,
Әлдә әле ергә тыуғанһың -
Бөтәбеҙгә терәк булғанһың.

Һин булғанға беҙ бәхетле ерҙә,
Һинең ҡулда беҙҙең яҙмыштар.
Оҙон-оҙаҡ шат-бәхетле йәшә,
Юлдаш булһын бары уңыштар.

Ҡотло булһын күркәм юбилейың,
Яҡындарың булһын яныңда,
Тик йылмайыу булһын шат йөҙөңдә,
Йәшәү дәрте булһын ҡаныңда!

Тыуған көнөң менән тәбрикләйбеҙ,
Ғәзиздәрҙән ғәзиз кешебеҙ!
Ҡояшыбыҙ ҙа һин, айыбыҙ ҙа,
Мәңге йылы биреп йәшә һин!