Ҡәҙерһеҙ тиндәр

Ҡәҙерһеҙ тиндәр (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (120-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Ҡәҙерһеҙ тиндәр


Эй бахыр тин, баҡыр ғына аҡса,
Һин ғәфү ит беҙҙе, кешене,
“Һумды һаҡлай” торған саҡтарыңда
Ҡәҙерләнек һинең ишене.

Бер ҡап шырпы һиңә килә ине,
Бер дәфтәргә етте хаҡҡынаң,
Ул саҡтарҙы бер һин генә түгел,
Мин дә, эйе, мин дә юҡһынам...

Йәшәү хаҡы бөгөн юғарыраҡ,
Нужна арҡалары шыртыраҡ,
Бөгөн хатта бер ус көйөңә лә
“Көсөң” етмәй бер ҡап шырпыға.

Һумдар араһында арзанайып,
Юҡҡа сығырһыңмы, кем белә?
Намыҫ, илдәр хатта һатылғанда
Кемдер байый бөгөн, кем бөлә...

Тәхеттәрҙә нисә һумдар булыр,
Бәхеттәрҙең хаҡын кем түләр?
Алтындарҙан ҡиммәт халыҡтарҙың
Кеме тере ҡалыр, кем бөлөр?

Эй бахыр тин, баҡыр ғына аҡса,
Һин ғәфү ит беҙҙе, кешене,
Бәләкәйҙе һанламаған донъя
Өҫтөбөҙгә килә ишелеп.



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.