Ҡөръән Фәүзиә Ҡотлогилдина


ҠӨРЪӘН (Шиғыр)
автор Фәүзиә Ҡотлогилдина


ҠӨРЪӘН


 

Бөйөк Аллаһ Рамазанда
Ергә Ҡөръән индергән,
Кешелеккә йәшәр өсөн
Юлын күрһәтеп биргән.

Ҡәҙер кисе Пәйғәмбәргә
Тәүге аяттар килгән,
Егерме өс йыл буйына
Ҡабул ителгән Ҡөръән.

Бүләк итеп ғүмер биргән
Атай-әсәйҙәр аша,
Әсәйҙе бик хөрмәтләргә
Ҡушҡан китабы аша.

Күрше,туған,дуҫығыҙға
Әйбәт булығыҙ тигән,
Өҙөлгән туғанлыҡтарҙа
Яҡынлыҡтар юҡ, тигән.

Яҡшылыҡты яманлыҡтан
Ҡушҡан ул айырырға,
Яман эштән йыраҡ тороп
Яҡшы эштәр ҡылырға.

Балалар - Аллаһ бүләге,
Аңлағыҙ шуны, тигән,
Балаға тәрбиә биреп
Үҫтерегеҙ һеҙ , тигән.

Ҡөръән уҡып табырһығыҙ
Күп һорауға яуапты,
Үҙегеҙгә Аллаһынан
Алырһығыҙ һауапты!

Уҡығыҙ Изге Ҡөръәнде
Йәшәүгә ул ҡулланма,
Мөхәммәт Рәсүлебеҙ аша
Аллаһ биргән юлланма!

Ун дүрт быуат юл үтһә лә
Изге Ҡөръән китабы,
Бер хәреф тә үҙгәрмәгән
Уны һаҡлай Аллабыҙ!

Ҡөръән китабында ята
Ислам дине нигеҙе,
Әҙәп, тәүфиҡ, иман менән
Үтһен кеше ғүмере!