Үкенмәгеҙ. Гүзәл Ситдиҡова

Үкенмәгеҙ
автор Андрей Дементьев
Рус теленән тәржемә. Төп телдә исеме: ?. — Ҡара 19?? йылғы шиғырҙар. Ижад итеү ваҡыты: 19??.


Үкенмәгеҙ


Андрей Дементьевтан

Үкенмәгеҙ үткәндәрҙе уйлап,

Булыры ла булған, туны туҙған,

Һағыштарҙы хаттай йыртып ташлап,

Онотоғоҙ, ваҡыт инде уҙған

Үкенмәгеҙ ниҙер булғанына,

Булмай ҡалғанға ла бошонмағыҙ,

Күңел күле генә буйрамаһын,

Талсыҡмаһын өмөт ҡошҡонағыҙ.

Үкенмәгеҙ ҡылған изгелеккә,

Белмәһә лә кемдер ҡәҙерҙәрен,

Уҙмыштар юҡ даһи, түрәгә лә -

Биреп тора яҙмыш йәберҙәрен.

Үкенмәгеҙ иртәләнем тиеп,

Йә яҙлыҡтым тиеп уңыр мәлдән.

Кемдер даһиҙарса флейта уйнай,

Ә бит моңон ала һеҙҙең йәндән

Үкендереп һеҙҙе әрнетмәһен

Уҙып киткән көндәр, һүнгән һөйөү.

Уйнаһындар флейта - даһиҙарса,

Даһийыраҡ һеҙҙә тыңлай белеү.


2013