Үпкәләп тормам инде…Фирүзә Абдуллина.


Үпкәләп тормам инде… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 21.10.2014.. Нәшер ителгән: 30.11.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән


* * *


Ҡайһы берҙә бала-саға
Белмәй китә ҡәҙерҙе,
Онотоп булған, булырын,
Йәшәй бары хәҙерҙә…

Уңышлы икән бөгөнө –
Атай-әсәй ситтәрәк!
Һынау ҡуйһа яҙмыштары
Атай-әсәй бик кәрәк!

Үпкәләп тә ҡуям ҡайсаҡ…
Шунан яйлап иҫләйем:
Шатлыҡ бүлешкәндә янда
Булды микән әсәйем?

…Әсәйҙең ярҙамы менән
Донъямды тарта инем,
Ҡайғы килһә, әсәйемә
Иларға ҡайта инем…

Алдан тартып, арттан эткән,
Аҡыллы кәңәш биргән,
Әсәйем булды терәгем
Күңелемә дәрт өргән.

Әсәйемдән миңә күскән
Әсәйлектең бурысы,
Тормош гелән шәкәр түгел,
Булыр тоҙо, боросо.

Тормоштары ыңғай икән,
Уңыш, шатлыҡ бәйләнеп,
Тормаһындар минең янда
Орсоҡ кеүек әйләнеп!

Ҡанат аҫтыма алырмын
Ҡайтһалар ярҙам һорап…
Йөрөһөндәр үҙҙәренсә
Үҙ яҙмыштарын ҡорап!

Үпкәләп ултырмам инде –
Уң барһын тормоштары,
Ҡулдарына ҡунып һайрап
Торһон бәхет ҡоштары!