Һабаҡ. Гүзәл Ситдиҡова


Һабаҡ


Тәүге шиғырҙарымдан
Тау артылһам, алда яңы үрҙәр
Ҡыҙыҡтырып алға әйҙәне,
Иң бейеген һайлап, иң матурын,
Ҡаялары буйлап үрләнем.
Менеп еттем.
  Әммә бейеклектән
Упҡындарға ҡапыл ҡараһам,
Икеләнеп ҡалдым -
үтә бейек,
Нисек төшөрмөн һуң ҡаянан?!
Һабаҡ бирҙе миңә мәғрур ҡая
Тауҙы еңдем тигән ваҡытта -
Үр менеүҙәр ауыр түгел икән,
Төшөүҙәре унан ҡурҡыта.


2012