Ике-ике-икеле, Ике аҡҡош шикелле, Һонған оҙон муйынын, Өҫкә борған ҡойроғон.
Ике ҡолаҡ, ике күҙ, Ике яңаҡ, ике ҡул, Ике тубыҡ, ике үксә, Береһе уң да, береһе һул.
Күп тыңларға – ҡолаҡтар, Күп күрергә - күҙҙәрем, Ауыҙым берәү генә - Аҙ сыҡһын тип һүҙҙәрем.