Таҡмаҡ әйтеп тора ҡолон: - Иһа-һа ла иһа-һа, Бейеп йөрөгән ыңғайға Һан өйрәнеү бик анһат. Бер, ике, бер-ике, Бер-ике тапҡыр һикер, Өс тә дүрт, өс тә дүрт, Өс-дүрт аҙым алға үт. Биш-алты, биш-алты, Биш аҙым артҡа ҡайттыҡ. Етелекәй ҙә һигеҙ, Етеҙлектә беҙ тигеҙ. Туғыҙ-ун, туғыҙ-ун, Тыпырҙап алайыҡ һуң. Тып-тып, тыпырҙыҡ, Тыпырҙыҡты һыпырҙыҡ.