Һаумы, көн! Гүзәл Ситдиҡова

Һаумы, көн!



Иртә торғас, сәләм бирәм:
- Һаумы, ҡояш, һаумы, көн,
Һаумы, атай, әсәй бәғерем,
Таңғаса һағынып бөттөм.
Һаумыһығыҙ, һеңлеләрем,
Һаумыһығыҙ, энеләр! -
Улар ҙа мине юҡһынған:
- Һаумы, ағай, - тинеләр.
Имен килгән һәр иртәгә
Күмәкләп һөйөнәбеҙ,
Бөхтәләп элгән кейемде
Һөйөнөп кейенәбеҙ.
Бөтөнөбөҙ - бер ғаилә,
Бөтөнөбөҙ - бер бөтөн,
Беҙгә бәхет-шатлыҡ килтер,
         Һаумы, ҡояш, һаумы, көн!


2012