Һау булығыҙ, ҡошҡайҙар(шиғыр). Р.Сабитов

Һау булығыҙ, ҡошҡайҙар ( шиғыр )
автор Р.Сабитов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Һау булығыҙ, ҡошҡайҙар


 Һау булығыҙ, ҡошҡайҙар,
 Беҙҙең яҡын дуҫҡайҙар!
 Күркәм йәй инде үтте,
 Һалҡындар килеп етте.
 Осаһығыҙ йыраҡҡа
 Мәңге йәшел көньяҡҡа!
 Осаһығыҙ бойоҡ һеҙ,
 Хушлашҡанды тойоп һеҙ.
 Ауырҙыр юл үтеүе,
 Тыуған ерҙән китеүе.
 Талмаһын ҡанатығыҙ,
 Иҫән йөрөп ҡайтығыҙ!
 Тыуғас яҙ, йылы яҙҙар,
 Осрашырбыҙ, дуҫҡайҙар.

 


1988 йыл