Һағыныу. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев

Һағыныу
автор Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
Ижад итеү ваҡыты: 1887. Сығанаҡ: Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим. Йәдкәр. Шиғырҙар, публицистик яҙмалар, тәржемәләр, халыҡ ижады өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмалар — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 288 б. — 76—77-се биттәр.


Һағыныу


Яҙ көнөндә кәкүк саҡыра микән
Ағиҙел буйы бейек тирәктә,
Бер күрергә һеҙҙе мин зар булдым,
Мәхрүм, мәхзүн[1] булып йыраҡта.

Урал тауҙарына ашҡан саҡта,
Боролоп-боролоп ҡарай егете.
Хаҡ тағалә яҙып, ризыҡ булғас,
Күп ерҙәргә дәхи[2] йөрөттө.

Яҙ көнөндә сәскә бик шат саҡта,
Гөл ағасың ниңә бөгөлгән,
Һеҙҙең өсөн, дуҫҡай, илай-илай,
Япраҡтарым минең түгелгән.

Илауҙарың сауабын мин күрҙем
Ҡиссаларҙа нәби Дауыттан[3].
Гирьян[4] булһам, тиеп әйткән булһам,
Әйткәнмендер, дуҫҡай, зауыҡтан.

Һалмаһана, дуҫҡай, беләгеңде,
Талдыраһың нәҙек үҙәкте.
Уҙған ғүмерҙәрҙе уйлай-уйлай,
Әле лә баҫып булмай йөрәкте.

Ҡарҙар ғына иреп, боҙҙар китер,
Тимер юлдар бөтөр һалынып.
Насип булһа, ҡайтҡан юлдарымда
Гөл ағасым көтөр һағынып.



Иҫкәрмәләр

  1. Мәхзүн — ҡайғылы, һағышлы, моңло.
  2. Дәхи — йәнә, тағы, һәм.
  3. Дауыт пәйғәмбәр.
  4. Гирьян — илаусы, илаҡ.