Һаҡлаусыма. Фирүзә Абдуллина.


Һаҡлаусыма. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 23.02.2014.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Яҡлаусым да, һаҡлаусым да
Һин, ҡәҙерлем.
Минең өсөн утҡа-һыуға
Һин әҙерһең.

Һин булғанға күгем аяҙ,
Зәңгәр һауа.
Һәр ҡарашың, йылы һүҙең
Йәнгә дауа.

Бөгөнгө көн ил һағында
Һин тормайһың,
Бар донъямды бәхет менән
Һин сорнайһың.

Байрам менән һине бөгөн,
Ҡаһарманым!
Һиндәй ирҙәр арттыралар
Илдең данын.

Көндәр яҡты, төндәр тыныс
Булһын өсөн,
Арттырырға, нығытырға
Илдең көсөн,

Иң-иң кәрәк кешеләрҙең
Һин - береһе.
Иҫән-һау бул! Байрам менән,
Иң ҡәҙерлем!