Һине тағы бер күрергә ине…Фирүзә Абдуллина.


Һине тағы бер күрергә ине… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 02.12.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Һине тағы бер күрергә ине…
Таныр инем микән үҙеңде?
Хәтеремә уйылып ҡалһын өсөн
Алмаҫ инем һинән күҙемде…

Мин һыйпаған сәстәр салдыр инде…
Күҙҙәреңдә – тыйнаҡ йылмайыу…
Күңелемә ләззәт бирер микән
Уртаҡ һауа менән тын алыу?

Һин – минеке түгел.
Ә шулай ҙа
Тик бер генә килә күрәһем,
Күҙҙәреңә бер тултырып ҡарап
Маңлайыңдан берҙе үбәһем.

Һине тағы бер күрергә ине…
Башҡа күрмәҫ өсөн китергә,
Минең йәшлегемдә ҡасандыр бер
Булғаныңа рәхмәт әйтергә…