Һине уйлап... Гүзәл Ситдиҡова

Һине уйлап


(Бер ғашиҡ ауыҙынан)
Һине уйлап, таңдарымда
Аш бармай тамағыма,
Төшкөһөн дә ашамайым -
Йөрәгем яна ғына.
Икмәк валсығы ла ҡапмай
Уҙғарам йәнә кисте.
Төндә күҙгә йоҡо инмәй -
Һине һағыныу ҙа еңмәй
Ашағы килгән хисте


2013