Һине уйлағанда. Тамара Искәндәриә

Һине уйлағанда (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һине уйлағанда


Һине уйлағанда
ирендәрем, тулышып,
ҡан тибешен тоя...
Һулышың!
Һине уйлағанда
күҙ алмаларым, әсетеп,
дымлана.

Уйланам.
Көҙгө әсе һыуыҡҡа
был бөрөнән
ҡалмаҫмы ҡыу уҡа?