Һин азатһың уны һөйөүҙән. Тамара Искәндәриә

Һин азатһың уны һөйөүҙән (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һин азатһың уны һөйөүҙән


Бына шулай.
Һин ирекле ҡатын.
Һин азатһың уны һөйөүҙән.
Ул ғына, тип,
Уйға уйылыуҙан,
Уның өсөн янып-көйөүҙән.

Һин азатһың,
Ул башҡаны һөйә,
Башҡа берәү тиеп йән ата.
Башҡа менән
Йәшерен осрашыуҙар
Йөрәк башҡайҙарын
Ҡаната.

Һин азатһың!
Был донъяла бер кем
Баһаламаҫ һинең барлыҡты,
Үҙ-үҙеңде әгәр һөймәһәң һин,
Мөхәббәттән күреп
Тарлыҡты.

Һин азатһың,
Тотош оло донъя
Күҙҙәреңә ҡарай
Мөлдөрәп:
-Һөй һәм һөйөл!
Башҡа дауа юҡ,– тип
Күҙ йәштәрең аша көлдөрә.