Һин алдама. Шәйехзада Бабич

Һин алдама (Шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1910. Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.


ҺИН АЛДАМА



Һүҙҙәреңдең барыһы ялған, береһе ысын һүҙ түгел,
Һиндә юҡ ысын һүҙ менән ап-асыҡ йөҙ, төҙ күңел.

Алдаһаң да күп кешене, булманы бит файҙаһы,
Таусиә итәм һиңә мин: «Инде ысын һүҙле бул!»

Алма ат «алдаҡсы» тип, кәкрене турыла, алдама!
Тиҙ тайырһың алдаһаң, алдау юлы бик боҙло юл.

Ал исем «ысын һүҙле» тип, бер ҙә ҡурҡма, ысынды әйт,
Сем-ҡара, ап-аҡты айырырға тура һүҙ — көҙгө ул.

Ҡалһын исемең мәңгегә, ысын һүҙ менән ал атаҡ!
Ҡыҫҡаһы: ғәйрәтле бул, ысын һүҙле бул! Был — изге юл!
_______
Таусиә итәм — кәңәш итеп әйтәм.


1910