Һин киткәс. Фирүзә Абдуллина.


Һин киткәс. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 08.1997.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Ҡайтмайһыңмы? Ялынмайым.
Йәштәремде тамыҙмайым.
Бөтөнләй ҙә һағынмайым.
Ләкин шуны аңламайым:

Эскән һыуым тәмле түгел,
Донъя бер ҙә йәмле түгел,
Ташып түгелергә тора
Мөлдөрәмә тулы күңел.

Иҫләмәйем, уйламайым,
Һине һағынып иламайым,
Тик тәҙрәнән үрелеп-үрелеп
Бигерәк моңһоу ҡарай айым.

Бирешмәйем, уйламайым,
Нығытылған күңел ҡылым…
…Сәғәтенә алты тапҡыр
Һине һорай кескәй ҡыҙым.

Һин юҡ тимәй таңдар ата,
Ҡояш ҡалҡа, ҡояш бата,
Урам буйлап әллә кемдең
Аталары эштән ҡайта…

Тәҙрәнән тик ҡыҙым ҡарай,
Тик ул ғына һине һорай,
Тик ел генә төндәр буйы
Тәҙрәләрҙе ҡағып илай,
Тик мендәрем һалҡын боҙҙай,
Һинһеҙ моңһоу күктәге ай…