Һин эргәмдә генә йәшәһәң дә,
Мин бит һине ғүмер буйы көтөп алдым.
Ҡырыҫ ҡарашыңдан ҡаушай-ҡаушай,
Наҙҙы быуып, берсә туңдым, берсә яндым...
Йәнәшәлә генә йәшәһәк тә,
Мәңгелеккә айырылғанбыҙ ике ярҙа.
Бер-береһен аңлай алмаҫ ике донъя -
Бер-береһенән алыҫ аҡҡан ике даръя...
Юҡ, яҙманы, мең ҡат тетрәндереп,
Һинең йәнде ҡараштарым менән өтөү!
Һин эргәмдә генә йәшәһәң дә,
Бар ғүмерем булды, ахыры, һинән китеү.