Һин – атай. Фирүзә Абдуллина.


Һин – атай. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 13.08.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Атай булырыңды белеп
Шатланған көндән алып,
Оло бурыс башҡараһың
Бар күңелеңде һалып.

Тәүге көндән, тәүге төндән
Төшөрмәй ҡулдарыңдан,
Үҫтерәһең балаларҙы,
Зарланмай ҡыҙҙарыңдан.

Тура килде балаларҙы
Атларға өйрәтергә,
 Хәҙер инде өйрәтәһең
Машина йөрөтөргә.

Йомшаҡ йына өйрәтәһең,
Ипләп кенә тыяһың,
Минең өсөн эшләмәҫтәй
Эште эшләп ҡуяһың.

Ҡайтһалар – ҡаршы алаһың,
Китһәләр – оҙатаһың,
Бәхетлеһең - шатланһалар,
Бошонһа - йыуатаһың.

Йәлләмәйһең балаларға
Һаулыҡ, йөрәгең көсөн!
Килгәнһеңдер был донъяға
Тик атай булыр өсөн!

Һинең өсөн иң яуаплы,
Иң мөһим эш: һин – атай!
Эй, Хоҙайым, булһаң ине
Күп тапҡырҙар ҡартатай!