Һиңә – юлға. Тамара Искәндәриә

Һиңә – юлға (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һиңә – юлға


Һиңә – юлға.
Йыйынаһың.
Әле быныһын, әле уныһын алып,
Һәр әйберҙе үлсәп, ҡарап, кире һалып
Йыйынаһың.

Ҡапыл мине күргән һымаҡ, осоп
Яндарыма киләһең дә, тешең ҡыҫып,
Тыйылаһың.
Тыйылаһың.

Белеп торам:
Йылы һүҙҙәр тел осоңда.
Ләкин булмаҡ
Эсеңдәге уй тышыңда.
Ләкин янмаҡ
Таңғы ысыҡ
Нур-тажыңда…
Япраҡ ярмаҡ
Бөрө олон
Ҡыртышында…

Ирҙәр була ҡырыҫ.
Йөрәктәре – ҡорос.
Һиңә – юлға…

Шул саҡта мин ҡапыл аңлап алам:
Һин китәһең, йәнем, мин бит ҡалам!

Булмыштарың гүйә ҡаты тоҙ.
Ә һуң мин бит, мин бит – ҡатын-ҡыҙ!

Тыйыламын.
Тыйыламын.
Сәскә таждарылай
Ҡойоламын…