Һоро турғай. Фирүзә Абдуллина.


Һоро турғай. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 20.01.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Һоро турғай


Буран ҡарҙан
Бура бурай,
Шул буранда
Һоро турғай
Сырҡ-сырҡ итә,
Күсә, оса.
Буран уны
Үбә, ҡоса.
Эй, бәләкәс
Һоро турғай!
Һинең көсөң
Сикһеҙ буғай…
Бәреләһең,
Һуғылаһың,
Йығылаһың,
Ҡағынаһың,
Әллә ҡайҙа
Ашҡынаһың:
Тағы яуға
Ташланаһың…
…Яҙмышым да
Буран булып
Бура бурай,
Мин үҙем дә
Әйтерһең бер
Һоро турғай…


20.01.2014