Һуңлап ҡуймаһам ине…Фирүзә Абдуллина.

Һуңлап ҡуймаһам ине… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 17.05.2000.. Нәшер ителгән: 12.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Көн артынан көндәр үтә,
Һағыштар борсой мине.
Хаталарымды аңларға
 Һуңлап ҡуймаһам ине…

Уйламай һүҙҙәр әйтәбеҙ,
Рәнйеткәнмендер кемде…
Унан ғәфү үтенергә
Һуңлап ҡуймаһам ине…

Иң ҡәҙерле яҡындарым-
Бер туғандарым минең.
Яратҡанымды әйтергә
Һуңлап ҡуймаһам ине…

Эй ышанысһыҙ донъялар,
Уйҙар борсой күңелде.
Кисерергә, ҡәҙерләргә
Һуңлап ҡуймаһаҡ ине...