Һуңлаған һабаҡ. Фирүзә Абдуллина.


Һуңлаған һабаҡ. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 09.06.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


“Иргә ышанма – Иҙелгә таянма…”
“Иргә ышанма – Иҙелгә таянма…”
“Иргә ышанма – Иҙелгә таянма…”

Әсәй, ошо әйткән кәңәш һүҙең
Тумыртҡалай суҡый мейемде…
Нишләп, әсәй, иргә ышанмаҫҡа?
Нишләп ышанмаҫҡа, әйт инде?

Әйткән инең: “Иргә бармаҫ элек,
Тамаҡ туйҙырырлыҡ һөнәр ал”.
Һөнәр алдым. Аҙаҡ иргә барҙым,
Күпме йылдар уртаҡ донъя, мал…

Ошоғаса һәр бер әйткән һүҙең
Алға килә ине, әсәйем,
Әле бына ошо һабағыңды
Иҫтә тотоп, нисек йәшәйем?

Әсәй, ирҙе тиңләп эскән һыуға,
Үҙ-үҙемде микән юғалттым?
Иҙел кеүек тормош даръяһында,
Ахырыһы, әсәй, мин баттым…

Хәтерләйем: “Яратһындар өсөн
Яратырға кәрәк үҙеңде…”
Нишләп оноттом һуң ошо хаҡта?
Нишләп иҫләтмәнең, әйт инде?!

…Юҡ, үҙемде әле юғалтманым!
Мин батманым әле даръяла,
Дарманым бар, үҙ һүҙемде әйтеп
Йәшәй алам әле донъяла.

Яратҡанды ғына яратырлыҡ
Йөрәгемдә әле көсөм бар,
Тамаҡ туйҙырырлыҡ һөнәрем бар,
Көн дә көтөп торған эшем бар.

Рәхмәт, әсәй, һуңлабыраҡ, ләкин
Иҫкә төштө ошо һабағың:
Килер көнгә яҡты өмөт менән,
Ҙур ышаныс менән бағамын.