Һырғанаҡ. Тамара Искәндәриә

Һырғанаҡ (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һырғанаҡ


Тик берәүһе тороп ҡалған
Һинең бүләк һырғанан.
Иҫтәремә төштө инде
Баҡсалағы һырғанаҡ.

Һап-һары шул һырғанаҡтай
Һәр бер быуының һайын,
Татлы емеш булып һиңә
Һарылғым килде тағын.

Емештәре татлы ла һуң,
Сәнскеле – һабағы.
Әрнеүҙәрһеҙ генә булмай
Саф мөхәббәт һабағы.