Һыр ҡыпсағына. М.Аҡмулла

Һыр ҡыпсағына
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Һыр ҡыпсағына


(Тиңлек ала алмаған Аҡмулланың Аҡмәсет әҙәмдәренә яҙған хаты)
 
Аҡ шонҡар ау күрмәгән, асыҡ емгә,
Саҡырған ата тауышына килдек илгә.
Кем тартыр ғәйеп-яҙыҡ шул гонаһын —
Ат тире, ир хеҙмәте китһә елгә?
Ҡағылған ҡай егет табыр гүзәлен,
Ыҙаланып, артта тороп, ҡалһа кәмгә?
Донъя — бер тәгәрмәстер торған ауып1,
Булалыр, инсаф ашһа, илгә хәүеф.
Күреүҙән — эсеү артыҡ тигән һүҙ бар,
Кермәйҙер тик тороуҙан илгә һаулыҡ.
Дүрт дөйә — дүрт бейҙең тәүфиғенә,
Килтерҙек ат та, нар2 ҙа доға ябып.
Халыҡтың башын ҡушҡан хөрмәтенә —
Теүәлләнеп китмәнек риза табып.
Бар ине йыл ҡошондай бер ҡуңыр яҙ3,
Өмөтлө инек, ул саҡырһа, килер, тип яҙ.
Һөрөнгәндә һөйәнгән урын ине —
Табыр инек йөрөмәгән үҙе һәм ҡаҙ.
Күңелдәге бүтәнсә маҡсатыбыҙ —
Барабыҙ әҙәм тапмай әйтергә наҙ.
Ниәтегеҙ — талаш икән тишек тамға4,
Әле һаман кермәйһегеҙ хәүеф-ғәмгә.
Аҙашҡан аҡылынан ахмаҡ шалдар5
Алышҡан аҡылын ит менән нанға.
Бей икән дүрт түбәгә ата Нурман,
Ятҡан ерҙән саҡырып алдың ҡырҙан.
Ҡыуалап ҡомалаҡтың уйынындай,
Сығарҙың өйөрмәләп беҙҙе ҡорҙан.
Үҙеңдән килде хәбәр, килһен, тигән.
Ир-намәрд6 намыҫына билһенмәгән7,
Ҡыл үңәс, тар күкрәккә кәмһенмәгән,
Эскәндәй мәңге һыуын, ҡарымаған,
Ҡартлығына бәрәкәт тарымаған,
Киң боғаҙ, ҡуҡыр эйәк аға таптыҡ,
Ыуыҙ ҙа ауыҙына ярамаған.
Ваҡ икән шөғөлдәре — ҡашыҡ ялап,
Ҡалдырған аҡыл еҫен нәфсе ҡамап.
Саҡырған ағайың, һиңә ҡарап,
Юҡтан бойҙай тиргәндәй, файҙа һанап,
Янындағы уйыҡ елкә бейҙәре лә
Сығарған башың кәмгә, тинен һанап.
Бей булған Урта Йөҙгә ир Йәнебәк,
Найманда йырың ҡолаҡ итте Түләк;
Арҡала — Балғужа һәм Наурузбай,
Урта ҡыпсаҡ Теләүле — ятыр бүләк.
Һырҙа — Доспол, Торсомбай, йәнә Турғай —
Күрерлек нәҫелдәрен — буйы күмәк.
Юғарғы дүрт заттарҙың нәҫеленән
Алмаған икән былар ҡылып кәрәк.
Ҡарылары һүҙ тыңлайҙар йәштәренән,
Ваҡиғалар үтмәгәндәй баштарынан.
Ағастай япраҡһыҙ саяһы8 юҡ,
Күршеһе китмәгәндәй ҡаштарынан.
Саҡырған ағайыңды килдек күрә
(Ҡай берәү, ситтән ятып, ҡаршы өрә).
Нисә әйтһәң дә, аҡһөйәк балаһы бит,
«Инсафы» бар икән үҙенә күрә.
Үҙендә хурлыҡ, зыян — барыһы мул.
(Шул ирҙән күренәлер уң менән һул!)
Һәр кемде аҡылынан аҙаштырҙы,
Сығарып көс-ҡеүәтен аямай мул.
 
Ғалим, хажи, бай, мирза — яҡшылар бар,
Маҡсатын итеп торған аҡтан теләп.
Бындайын күп халыҡҡа үпкәбеҙ юҡ,
Әйттек һүҙ ике-өс әҙәмгә тәғәйенләп.



Аңлатмалар

  • 1 Ауып — тәгәрләп, әйләнеп.
  • 2 Нар (ҡ.) — бер үркәсле дөйә.
  • 3 Ҡуңыр яҙ (ҡ.) — иртә яҙ.
  • 4 Там (ҡ.) — ер өй, землянка.
  • 5 Шал (ҡ.) — ҡарт.
  • 6 Намәрд (ф.) — әшәке, түбән, намыҫһыҙ, яуыз.
  • 7 Билһенмәгән — ҡаршы торорға ниәте булмаған мәгәнәһендә.
  • 8 Сая (ф.) — ышыҡ, күләгә.

Иҫкәрмәләр