Һыуһылыу кемгә күренә?(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

Һыуһылыу кемгә күренә? ( әкиәт)
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Һыуһылыу кемгә күренә?


 Борон-борон заманда ғына түгел, бөгөнгө көндәрҙә лә йәшәй, ти, Асылыкүл батшалығында һыуһылыу. Ә был тылсымлы батшалыҡ — һыу аҫтында. Әлбиттә, батшалыҡ булғас, уның батшаһы ла бар. Бөтөн батшалар кеүек, ул да алтын һарайҙарҙа йәшәй. Асылыкүлдең хужаһы ул. Хужаһы булмаһа, борон-борондарҙан бөгөнгө көнгә тиклем бөтөн матурлығын, тәрәнлеген, тирә-яғындағы тәбиғәт байлығын һаҡлай алыр инеме ни Асылыкүл?! Асылыкүл — аҫыл, йәғни бик затлы күл бит ул. Торғаны бер диңгеҙ инде бына. Яҙ, йәй, көҙ көндәрендә ел-дауылдан тулҡындары, ярҙарҙан сығып, күккә күтәрелеп ярһый. Батшаһы ғына Асылыкүлдең көс-ғәйрәтен тыйып тора, ти. Юҡһа, эргә-тирәләге әрәмәлектәрҙе, баҫыуҙарҙы, хатта Табулаҡ, Оло Ҡарағас, Олотау, Бәләкәй Ҡарағас, Оло Нора, Бәләкәй Нора, Заятүләктауҙы баҫып китергә лә күп һорамаҫ, ти, ул. Асыуланған саҡта балыҡсыларҙы кәмәләре-ние менән йотҡан саҡтары ла бар уның. Асылыкүл батшаһы уларҙы батшалыҡтың зинданына ябып ҡуя, ти. Ябырлыҡ та шул. Бына мин һеҙгә башымдан үткән бер ғибрәтле ваҡиғаны һөйләйем әле.
Тыуған яҡтарыма бик һағынып ҡайттым. Ни тиклем ашыҡһам да, һабантуйға өлгөрә алманым. Асылыкүлгә барып еткәнемдә, халыҡ байрамдан таралышҡайны инде. Яҡынлашҡан һайын, күҙемә яр буйында тәгәрәшеп ятҡан ялтыр нәмәләр күренә башланы. Мин әйтәм: «Әллә балыҡ-маҙар инде?» — тим. Машинанан сығып ҡараһам, иҫ-аҡылым китте: ҡайһа ҡарама — араҡы, һыра шешәләре! Аяҡ баҫыр урын юҡ хатта. Кешеләр һабантуйҙы бына шулай «байрам» иткән. Асылыкүлде йәлләүҙән күҙемә йәштәр тығылды.
Ошо ҡайғымды һыуһылыуға һөйләргә теләп, төнгөлөккә яр буйында ҡалдым.
Ай ҡалҡты. Уның серле нурҙары Асылыкүлдең йөҙөнә төштө. Шул ваҡыт әкрен генә йөҙөп, һыуһылыу килеп сыҡты ла үҙенең ташына барып ултырҙы. Алтын тараҡ менән оҙон ҡара сәстәрен тарай башланы.
— һыуһылыу, һаумы! — тинем әкрен генә. — Таныйһыңмы, Айһылыу мин.
— Ә, һаумы, Айһылыу! Таныйым, һин — шағирә ҡыҙ бит. Былтыр ошонда миңә арналған шиғырҙарыңды уҡығайныҡ икәүләп.
— Рәхмәт, онотмағанһың икән...
— Айһылыу, — тине, көрһөнөп, һыуһылыу, — беҙҙең батшалыҡ Асылыкүлдән күсенеп китергә уйлай. Атайым шулай тине. Беҙ берәй алыҫ диңгеҙгә юл тоторбоҙ, моғайын.
Минең ҡотом осто:
— һеҙ булмағас, күл кибәсәк бит...
— Кешеләргә күл дә, беҙҙең батшалыҡ та кәрәкмәй. Яр буйындағы ағыулы шешәләрҙе үҙең күргәнһеңдер инде, улар хатта бындағы таштарҙан да күберәк шикелле.
— Юҡ, юҡ, ташламағыҙ беҙҙе! Зинһар, тим! — Ҡороп, кибеп барған алыҫ Арал диңгеҙе күҙ алдыма килде, һыуы кипкән диңгеҙ урынында тоҙло ҡом бураны ғына уйнағанын үҙем күргәнем бар. — Зинһар, китмәгеҙ!
— Күпме түҙергә була инде бындай рәхимһеҙлеккә?! Яр буйҙарында мал һуғаралар. Балығыбыҙҙы әллә ниндәй ҡот осҡос шартлатҡыстар менән шартлатып алалар.
— һыуһылыу, — тинем, үтенеп. — Таң һарыһы менән мин бында балаларҙы алып киләсәкмен. Ул яман шешәләрҙән ҡотолорбоҙ беҙ!
Вәғәҙә — иман. Иртәгеһен малайҙар, ҡыҙҙар, теге байрам «ҡомартҡыларын» йыйып, кибеткә тапшырҙы. Яр буйында таш, ҡом элеккесә ялтырап ҡалды. Ҡыуаныстарынан аҡсарлаҡтар тулҡын остарында кәйелде. Ярҙа ҡорған ояларынан сығып, ҡарлуғастар күңелле сырҡылдашты. Селбәрәләр йылы һыу ситендә уйнаны. Хатта бер ҡоралайҙың Норатауға саптырып менеп киткәнен күрҙем. Кисәге афәттән ҡотолғанына бөтөн тереклек ҡыуана ине. Тимәк, һыу аҫты батшалығы ла алыҫ яҡтарға күсенеп китмәйәсәк.
Ысын булған ваҡиғаны һөйләнем мин һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтарым. «Ә ниңә беҙ һыуһылыуҙы күргәнебеҙ юҡ һуң?» — тип һораясағығыҙҙы белеп торам. Сабыр итегеҙ, һеҙгә лә һис шикһеҙ күренәсәк. Ерен, илен Һөйгәндәрҙе бик ярата ул. Ә әлегә уның тураһында күберәк белер өсөн «Заятүләк менән һыуһылыу» эпосын уҡый тороғоҙ.

 


2009 йыл