Һүҙҙәр. Фирүзә Абдуллина.


Һүҙҙәр. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 07.06.2014.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


                              “Елдә еленләгән һәр уйыңды
                               Илгә таратырға ашыҡма”
                                           М.Кәрим.
                        -1-
Елдә еленләгән бер уйымды
Уйлап тормай, илгә тараттым.
Тараттым да, ҡабат уйлап ҡарап,
Әле килеп үҙем шаҡ ҡаттым!

Атҡан уҡтай инде ул әйткән һүҙ,
Тотоп алып булмай һауала,
Минең һүҙҙән зыян тик үҙемә,
Үҙем генә уйлап ыуалам.

Ҡайһы саҡта уйлап етмәйбеҙ шул
Әйтә торған һүҙҙең баһаһын,
Һүҙҙәрҙән бит йөрәк яралана,
Һүҙҙәр ямай йөрәк яраһын.
                        -2-
Юғарыраҡ урын биләгәндең
Һүҙе лә бит була тосораҡ,
Елдә еленләгән вәғәҙәне
Ишетәбеҙ хәҙер йышыраҡ.

Ябай халыҡ – бигерәк ябай инде!
Һәр бер һүҙгә ихлас инана,
Һарыҡ көтөүөләй, көтөүселәр
Ҡайҙа ҡыуһа, шунда юллана.

Етер инде бушҡа ышанырға,
Эй бер ҡатлы ихлас башҡортом!
Шул ябайлыҡ менән юғалтмайыҡ
Еребеҙҙе, телде, ил ҡотон!